«

»

Дек 27 2022

Бүздәк районы ауылдары урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Йәшәйеште яҡшыртыу әүҙемлектән тора. Бүздәк районында ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡ ихтыяжын өйрәнеп, граждандар менән бергә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнаша. Быйыл төбәкте төҙөкләндереү маҡсатында яңы проекттар яҡланған. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Бүздәк районы Килем ауылы биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында 6 йыл рәттән ҡатнаша. Был халыҡтың йәшәү кимәлен бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Яҡуп ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрелгән, хужалыҡҡа МТЗ – 382 тракторы алынған, Килем ауылы мәктәбенең түбәһе яңыртылған, тәҙрәләр пластикка алмаштырылған.
Арыҫлан ауылы биләмәһенә 8 ауыл ҡарай. Биләмәлә 1720 кеше йәшәй. 2016 йылда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, Иҫке Боғаҙы ауылында 1саҡрым 400 метр оҙонлоҡта миллион дүрт йөҙ меңгә һыуүткәргес яңыртылған. Урҙайбашта ауыл зыяраты кәртәләп алынған. Йыр-моңға дәртле халыҡ ғүмер иткән биләмәлә быйыл хәүефһеҙлек мәсьәләһе алғы планға ҡуйыла.
Күҙәй ауылы биләмәһендә боронғо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы халыҡ ғүмер итә. Халыҡ тәҡдиме менән Усмантамаҡ ауылына ингән юлға ҡырсынташ түшәлгән, Песмәнтамаҡта, Ахунда зыяраттар кәртәләнгән. Ә быйыл Күҙәй ауылы зыяратын халыҡ менән бергәләп,бағыусыларҙы йәлеп итеп, район һәм республика ярҙамын тойоп тәртипкә килтереү күҙаллана .
Сабай ауылы биләмәһендә урындағы башланғыстарҙы хуплау проекты аша Иҫке Шығай ауылы зыяраты тәртипкә килтерелгән. Быйыл Туғай ауылында социаль яҡтан мөһим булған һыуүткәргесте яңыртыу проектын яҡлаясаҡтар.
Түреш ауылында сәләмәт тормош алып барған, спортты үҙ иткән халыҡ ғүмер итә. Урындағы башланғыстарҙы хуплау проектына дәррәү ҡушылғандар. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре бергәләшеп ауыллың социаль обьекттары урынлашҡан биләмәләрҙе кәртәләп алыу маҡсатын ҡуя. Объекттың хаҡы 230 мең һум, халыҡтан 24 мең, бағыусынан 24 мең, район хакимиәтенән 35 мең, республика бюджетынан 147 мең һум күләмендә аҡса бүлеү күҙаллана.
Бүздәк районынан урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына 12 ауыл биләмәһе ҡушылған. Түреш ауылы был программала 5 йыл рәттән ҡатнаша. Ауылда 568 кеше ғүмер итә. Халыҡ күмәк көс менән балалар баҡсаһы, ауыл клубы, хакимиәт бинаһы урынлашҡан биләмәне кәртәләп алыу маҡсатын ҡуя.